

"Остались от козлика рожки да ножки".
Меҫкен кәзә бауҙа бәйле торған, уны бүреләр алып киткән, мал урынында уның муйынына бәйләнгән бауы ғына тороп ҡалған.
Был борсоулы хәл Ҡаҙармала беренсегә ҡабатланмай, был яҡтар - урманға бай төбәк, бер мәл Уңғар ауылында ла ошондай уҡ хәл булған ине. Ул саҡта, республиканан (бында Наҡаҫбаш заказнигы - тәбиғәт айырыуса һаҡланған урын), бүреләрҙе атырға махсус рөхсәт алынғайны. Был юлы ла шулай булыр, моғайын, ул рөхсәт ҡағыҙы килгәнсе, Кинйәбайҙа бер-бер алама хәл генә булмаһа ярар ине.
Ошо уҡ ауылға бәйле - Кинйәбайҙың эт бәләһе