Тәбиғәт һәм беҙ
6 Август , 03:09

Тәбиғәттән көс алам

Мин - Әҙилә Усманова, Зәк-Ишмәт ауылынан.

Тәбиғәттән көс аламТәбиғәттән көс алам
Тәбиғәттән көс алам

Йәйге каникулдар етеү менән йөрәгем тыуған яғыма ашҡына, әлеге мәлдә мин йәйге каникулда, тыуған ауылымда. Һеҙҙең “Бел ҡәҙерҙәрен йәйҙәреңдең” тигән конкурсығыҙҙы күреп ҡалдым да ҡатнашырға булдым.
Үҙем Ҡазан ҡалаһында медицина колледжының 2-се курсын тамамланым. Студент саҡ иң күңелле саҡ инде, әммә йөрәк һәр саҡ тыуған яҡҡа тарта. Бик һағынып ҡайтам ауылымды- уның һыуы ла, һауаһы ла, ере лә үҙенә бер төрлө.
Ялдарҙы бик файҙалы һәм күңелле итеп үткәрергә тырышам. Яҡындарым менән яланға сығып еләк йыйҙыҡ, тәмле ҡайнатмалар яһаныҡ. Хуш еҙле үләндәр йыйҙыҡ, ҡыш көндәрендә тәмле сәйҙәр эсербеҙ. Йорт-ҡурала ла эштәр күп: өләсәйемә ҡош-ҡорт, баҡса ҡарашабыҙ.
Бына шулай, йәйҙең бер көнө ҡышты туйҙыра. Тыуған ауылымда үткән һәр бер көн ҡышҡа – йылылыҡ, тәм, хәтирә булып иҫкә төшөр. Бында мин тәбиғәттән көс алам, эшкә өйрәнәм. Ошондай ғәҙәти ялдар күңелемә хуш килә.
Рәхмәт конкурс ойоштороусыларға. Минең йәйем – ауыл, хеҙмәт, тәбиғәт, ғаилә.

Ошо уҡ конкурсҡа алдараҡ ебәрелгән мәҡәлә: Аллаһы Тәғәлә биргән дәүләт

Автор:
Читайте нас