

Федоровка районы Юлдаш ауылынан Филюз Юлдашбаев. Моғайын, кем ул тағын тип күбеһе һорамаҫ, Филюз - танылған йырсы, үҙ районының активисы, эшләмәгән эше юҡ.
Яҡут тоҙло күлендә йырлаған (ул ҡайҙа йөрөһә лә йырламай йөрөмәй).
Мин йырлармын өҙөлөп өҙөлөп
Тыуған яғым һине һағынып
Йөрәккәйем әрнеп янғанда.
Йырсы, әлбиттә, тыуған яғын һағынып йырламай, Юлдашы ана ғына тора, үҙе лә әле шунан килгән. Башҡарыусы бик йыш йырҙың һүҙҙәренә үҙенсә мәғәнә һала, ауылды һағынып өҙгөләнәм тип йырлағанда ла, башҡаһын уйламай ҡалмайҙыр - һәр кемдең йөрәген яндырыр төрлө сәбәптәр бар. Филюз йырлаған, күлдә ял итеүселәр тыңлаған, үҙенә күрә, бик шәп концерт килеп сыҡҡан.
Һөҙөмтә: йөрәк яныуҙарына түҙмәһәгеҙ, Яҡут күленә барығыҙ, был күл тәнде генә түгел, йәнде лә дауалай.
Алдараҡ ошо уҡ темаға: Ял итергә генә түгел, ауырыу быуындарҙы дауаларға ла баралар