Тәбиғәт һәм беҙ
16 Сентября , 03:27

Мөхәббәткә шаһит кәрәкмәй

Ҡунаҡбай быуаһын улар үҙ төйәге иткән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Мөхәббәткә шаһит кәрәкмәйМөхәббәткә шаһит кәрәкмәй
Мөхәббәткә шаһит кәрәкмәй

Аҡҡоштар. Ғәжәп ҡоштар, уларға кешелек ғүмере буйы һоҡланған, уларға арнап, йырҙар яҙған, хатта көнләшкән  - бына ниндәй була ул ысын һөйөү, әҙәм балаһы ғына хыянатҡа бирелеүсән, үҙ күленең ҡәҙерен белмәй, ҡайҙандыр ситтән, кемделер, нимәнелер эҙләр зат.

Был аҡҡоштар үҙҙәренең мөхәббәтен бөтөн донъяға фаш итмәй, киреһенсә, береһе лә күрмәһә ярар ине тигәндәй йәшәй бирәләр, юҡҡа ғынамы ни улар Ҡунаҡбай быуаһында төйәкләнгән, бында тыныс, сит күҙ, артыҡ һүҙ  юҡ.

Ана, Шоттағыларҙы ҡарағыҙ (Ермолаеволағы Шотт баяры быуаһы), ундағы аҡҡоштарҙы, уларҙың һөйөүен бөтөн донъя белә, нимә эшләгән, ҡайҙа барған-бармаған, ҡышларға ҡалғанмы улар, осоп киткәнме, бала тапҡанмы – бөтәһен белеп, һөйләп торалар. Ҡунаҡбай аҡҡоштарына бындайы кәрәкмәй, үҙ бәхеттәренә үҙҙәре риза булып, шөкөрана ҡылып, йәшәй бирәләр. Шулай яҡшыраҡ.

Алдараҡ: Яңғыҙ аҡҡош күлдәрҙә

Автор:
Читайте нас