

Яҡутовский тоҙло сығанаҡ — Көйөргәҙе районында урынлашҡан тәбиғи шифалы сығанаҡ. Уның һыуы һәм дауалау өсөн ҡулланылған ләме менән халыҡ элек-электән файҙаланған.
Урындағы эшҡыуарҙар ҙа ял итергә уңайлы булһын өсөн шарттар булдырырға тырышҡандар: беседкалар, йыуыныу урыны, һыу ҡайнатыу урыны, мангал зонаһы һәм кафе бар.
Әлбиттә, етешһеҙлектәре лә бар:
беседкалар бәләкәйерәк;
бәҙрәф шарттары әллә ни түгел, сыҡҡас, ҡул йыуыу урыны ла юҡ.
Дөйөм алғанда, ял итеп, һыу инеп, яҡындарың менән ваҡыт үткәреп ҡайтырға була.
Сығанаҡ: Филюза | Жизнь как она есть
Алдараҡ: Тоҙло Илек алыҫ, ә Яҡут үҙебеҙҙә! Йөрәк яныуҙарын баҫа Яҡут