Тәбиғәт һәм беҙ
15 Октября , 09:09

Бик тә оҡшаны

Үткән шаршамбы көнө Республика политехник лицей-интернатының 8Б класс уҡыусылары класс етәкселәре Гөлназ Иҙелбик ҡыҙы һәм тәрбиәселәре Сәжидә Закир ҡыҙы менән Кинйә Арыҫланов музейына барҙылар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бик тә оҡшаныБик тә оҡшаны
Бик тә оҡшаны

Иң тәүге туҡталыш 1-се Кинйәабыҙ ауылы булды. Уҡыусылар яңы асылған стендттарҙың тарихтары менән таныштылар. Яңы асылған мәсет эсен ҡаранылар. Аҙаҡ шишмә һыуын эсеп, Кинйә-Абыҙ ауылына юл тоттолар. Кинйә Арыҫланов музейында Гөлфиә Нурис ҡыҙы Рахманғолова бик йылы ҡаршы алды, һәр бер зал бүлмәһе менән төплө таныштырҙы. Уҡыусылар иҫтәлеккә фотоға төштөләр. Иҫтә ҡалырлыҡ сәйәхәт уҡыусыларға бик тә оҡшаны.
Гөлназ ИСКӘНДӘРОВА, РПЛИ-ның башҡорт теле уҡытыусыһы

Алдараҡ: Ҡөҙрәтебеҙ сикле

Автор:
Читайте нас