Все новости
Тирә-яҡ мөхит
11 Июля , 15:35

Булыр-булыр, Аҡһарыныҡы кеүек булмаҫ

Район үҙәгендә туҡталыштарҙы һүтеп ташлағандар. 

Булыр-булыр, Аҡһарыныҡы кеүек булмаҫ
Булыр-булыр, Аҡһарыныҡы кеүек булмаҫ

Бөтәһен дә түгел, икәүһен. Баҡһаң, был туҡталыштар урынына яңыларын ҡуйырға булғандар. Бер туҡталыштың хаҡы 200 мең һумдан артыҡ. Ҡуйыуы менән бергә, барлыҡ эштәр хаҡы был һандан әллә күпмегә күберәк килеп сығасаҡ икән. Иҫке туҡталыштарға ни булған, беҙгә быныһы ҡараңғы, яңы туҡталыштар шулай ҙа һәйбәтерәк булыр тип өмөт итәбеҙ, теге йылда Аҡһары ауылы янына ҡуйған кеүек булмаҫ, моғайын.

Әйткәндәй, "Ташкент туҡталышы" эргәһендә бәҙрәф тә эшләп ултыртҡан инеләр (ҡыҫталып-фәлән китһәң, барыр ере янда ғына булһын), әле ул ҡот осҡос хәлдә тип хәбәр иттеләр беҙгә бөгөн, бәҙрәфтең ишеген асыу менән уны тиҙ генә кире яба һалабыҙ. Иртәгә шул яҡҡа юл төшөп тора, бәҙрәфтәргә лә инеп сығырбыҙ.

Автор:
Читайте нас: