Малды ҡалайтып һуйыуы яҡшыраҡ - ятҡырыпмы, торғоҙопмо? (Алдараҡ яҙылғаны
ошо).
Һәр кемдә һәр төрлө уй, дини яҡтан булғанын Айнур хәҙрәт Ҡәҙимов әйткәйне:
- Аллаһ исеме менән салынмаған мал хәләл түгел! Малды боғаҙлаған кеше мосолман булырға - намаҙ уҡырға йәки, исмаһам, Аллаһы Тәғәләгә күңеле менән ышанып йәшәргә тейеш. Һәм, әлбиттә, боғаҙларҙан алда “Бисмилләһ Аллаһу Әкбәр” тип әйтеү шарт. Был ҡошҡортҡа ла, ваҡ һәм эре малға ла ҡағыла.
Көйөргәҙе районы Яманһары ауылы халҡы, бөтәһе лә диндә тип әйтеп булмаһа ла, пак күңелле кешеләр, күңеле пактың, һуғымы ла бысраҡ булмай. Улар, мал салыу өсөн, бына ошондай ҡоролма яһаған (фотола). Уңайлы. Ә иң мөһиме яҡшы уйҙар менән башҡарыла барыһы ла, шуғалыр ҙа, Яманһары ирҙәре салған ит ныҡ тәмле була.