Все новости
Йәмғиәт
18 Ноября 2023, 14:45

Биргәнгә - бирә

Әсәләр ултырышында район Ағинәйҙәре рәйесе Тамара Малбаева бер нисә ауылды маҡтап телгә алды.

Биргәнгә - бирә
Биргәнгә - бирә

Был сара, хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кесе йомала булғайны.

Маҡталғандар араһында, әлбиттә, Яманһары ауылы ла бар ине. Фронтҡа әйләнгән һайын нимәлер ебәреп торалар ауылдың инәй-апайҙары, бәләкәй генә ауыл һымаҡ үҙе, ә эштәренә ҡараһаң, ҙур бер ҡасаба кеүектәр.
Аллаға шөкөр, мул тормошта йәшәй Яманһары, яу яланына ла гуманитар ярҙам ебәрәләр, башҡа сараларҙа ла ихлас ҡатнашалар.
Йәрминкә тигәндәре инде... Бар донъяға даны таралды ахры (элек был ауылда ҙур баҙар булған тип тә әйтәләр). Сығарып торалар, һатып торалар, ризыҡтары бөтөргә уйламай ҙа, киреһенсә, арта һымаҡ.
Биргәнгә бирә тип белмәй әйтмәгәндәр икән.

Автор:
Читайте нас: