Автомобиль хужалары машиналарына нимә тип булһа ла яҙырға ярата. Быны ул башҡаларҙан айырылып торайым тип эшләйме (күрегеҙ, кем килә ята), тыуған ауылым донъялағы иң шәп ауыл тип әйтергә теләйме ("Кому Москва, кому Париж, а мне милее Шабагиш" тип яҙып йөрөгәндәр ҙә булды), башҡа сәбәбе бармы - һораған юҡ.
Яу яланында ла шулай, һәр кем үҙенең дөлдөлөн башҡаһынан айырырға тырыша, фронтта йөрөгән танкмы, башҡа хәрби техникамы тышына яҙылған төрлө яҙыуҙарҙы күрҙек. Был юлы һүҙ хәрби машина тураһында бармай. Үҙебеҙҙең йәнгә яҡын Лада автомобиле. Дөрөҫ, буяу менән яҙмаған, яҙыуы оҙаҡҡа сыҙамаҫ, көн йылыныу менән юйылыр. Шулай ҙа, тарихҡа инеп ҡалды был Лада (фотоны теге саҡ
гуманитар ярҙам алып барған егеттәр ебәргәйне).
Яҙыу бөтөр, көндәр йылыныр. Һуғыш та, ошо яҙыу һымаҡ, бөтһөн дә ҡуйһын ине, күңелдәргә яҙ килһен.