Все новости
Йәмғиәт
3 Июля , 13:11

Ниндай байрам ул?

Уҡыусылар ошолай тип аптырай.

Ниндай байрам ул?
Ниндай байрам ул?
Кисә, хатта унан алда уҡ анонс булғайны - Бөгөлсән ауылы янында республика күләмендәге ярыштар үтә. Спорт туризмы буйынса. Был ярыштар нимәһе менән башҡаларҙан айырыла - ярышыусылар барыһы ла һаулыҡтары сикләнгән кешеләр. Бөтәһе 26 команда килгән ярышҡа, юғары ғына ҡунаҡтар, хатта министр ҙа бар. Ҡоролтай депутаты алдараҡ килгәйне, ҡайһы берәүҙәр, уның килә ятҡанын әллә ҡайҙан үк күреп (һай, күҙҙәре үткер үҙҙәренең), сабышып килеп еттеләр, унар йыл осрашмаған берҙән-бер ғәзиз туғанымы ни, ҡосаҡлап алдылар: ни хәлдәһегеҙ, Фәнит Насипыч, оҙаҡҡа ҡайттығыҙмы, һағындыҡ... 
Репортаж киләһе һанда гәзиттә баҫыла. 
Автор:
Читайте нас: