Йәмғиәт
14 Сентябрь 2024, 04:46

Яманһарыға йәштәр ҡайта

90 йылдарҙағы йәштәр. 

Яманһарыға йәштәр ҡайтаЯманһарыға йәштәр ҡайта
Яманһарыға йәштәр ҡайта
Теге көн Яманһарыла булған "Айыҡ ауыл" сараһында бер нисә ауылдаштың, байрам итеп йөрөй торғас, баштарында бик тә шәп идея тыуҙы:
- Ғүмер үтеп бара, ә күбебеҙ тырым-тырағай таралышып, һәр береһе үҙ донъяһына бикләнеп йәшәп ята. Бер, йыйылып, ритайым һымаҡ нәмә үткәрәйек.
Был идея бөтәһенә лә оҡшаны, әлбиттә, һүҙ бит йәшлектәре 1990 йылдарға тура килгән егет-ҡыҙҙар тураһында бара. Байтағы олатай ҙа өләсәй булып бөтһә ни, йөрәктәре һаман йәш. Бейегеләре (музыкалары ла шул йылдарҙағы булыр), бер-береһен күреп, ҡосаҡлашып, аралашҡылары килә. Юғиһә, ҡайһы бер мәлдәрҙә, һис көтмәгәндә, һағыш быуып ала - ҡайҙа ҡалдың һин, йәшлегем?
Ҡайҙа ҡалһын, ошонда, Яманһарыла. Таңға ҡәҙәр клубта, урам буйҙарында йөрөгән, мотоциклы булғаны, ҡыҙҙар эҙләп, күрше ауылдарға киткән мәлдәрҙе (күрше ҡыҙы шәберәк күренә) оноторлоҡмо ни?
"Йәштәр" 28 сентябрҙә осрашырға һүҙ ҡуйышты. Ҡояш байымаҫ элек Яманһарыға ҡайтырға, Сусаҡ тауына менергә, фотоссесия үткәрергә, сәйләп-мәйләп алырға, унан клубҡа - дисктотекаға барырға тип дәртләнеп йөрөйҙәр.
Яманһарының апай-абзыйҙары, инәй-бабайҙары, белмәй-күрмәй ҡалмағыҙ, Ватсапта махсус төркөм дә ойошторолған (куар код күҙ алдығыҙҙа), йәшлегегеҙгә ҡайтығыҙ! 
Автор:
Читайте нас