Все новости
Йәмғиәт
6 Декабря , 13:34

Еҙнәмә, апайыма, артистарға рәхмәт!

Яҡшымбәт егете туғандарына рәхмәт әйтә. 

Алыҫ араларҙы яҡын итеп, беҙгә гуманитар ярҙам алып килгән Филүз еҙнәмә, уның дуҫтарына, мул итеп күстәнәстәр, өй ризыҡтары биреп ебәргән Зөһрә апайыма, бергәләп, яҡташ егеттәргә ярҙам булһын тип, хәйриә концерттарында ҡатнашып үҙ өлөшөн кереткән"Юлдаш" ансамбленә, Федоровка районы артистарына, көн - төн тимәй, тырышып сеткалар үргән, шәмдәр эшләгән Федоровка районының "Һалдаттар өсөн тегәбеҙ" волонтерҙар цехына, Өфө ҡалаһының "Еңеү өсөн" волонтерҙар төркөмөнә, Юлдаш ауылының битараф булмаған бар изге күңелле кешеләренә, яҡташтарыма, волонтерҙарға бөтә егеттәр исеменән оло рәхмәтебеҙҙе белдерәм. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, тыныс күк йөҙө теләйем! Алла бирһә, донъялар тынысланып, ҡыуаныс - шатлыҡта ғына күрешергә насип булһын!
Иң изге теләктәр менән" Малой " ҡушаматлы яугир.

Автор:
Читайте нас: