Сентябрь башында башланғайны был бәйге. Беҙ һәр ауылда тиерлек үткән сараларҙа булып (икеһендә генә була алманыҡ), бөтәһен үҙ күҙҙәребеҙ менән күреп, һәр береһенә үҙебеҙҙең баһаны бирә алабыҙ. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, ниндәйҙер ауыл ныҡлап йәбеште был конкурсҡа, кемеһелер, минән киткәнсе - эйәһенә еткәнсе тигәндәй ҡабул итте. Айсыуаҡ ауылы конкурстан бөтөнләй баш тартты - байрам ҡайғыһы юҡ. Нимәһе мөһим, бындай аҙымды халыҡ хуплап ҡаршы ала (Астаховтың ҡала көнөнә бәйле байрамды үткәрмәйбеҙ тигән ҡарарына нисек ҡыуанғайнылар, егеттәрҙе көн дә тиерлек ерләйбеҙ, йырлағы килеп тормай). Конкурсты ойоштороусылар "Айыҡ ауыл" - байрам түгел, ябай сара тип һалпы яҡҡа һалам ҡыҫтырҙы. Нисек булһа ла, Көйөргәҙе районында был конкурста ҡатнашҡан ауылдарҙың кемеһе республика кимәленә ярышҡа сыға икәне билдәле булды.
Яманһары. Бар тырышлыҡтары, әүҙемләктәре арҡаһында еңеп сыға алдылар, Башҡортостан масштабында (уныһы яҙға ғына билдәле була) яманһарылар үҙҙәрен нисек күрһәтер, белербеҙ, һәр хәлдә уңыштар теләйбеҙ. Ҡалғандар? Ҡалғандарға и
ке беренсе, икенсе урын биреләсәк, унан да арттараҡ булғандар ҙа буш ҡул ҡайтып китмәй, йыуатыу приздары буласаҡ. Быларҙың һәммәһен иртәгә "Йәшлек" мәҙәниәт һарайында үтәсәк сарала тамаша ҡыла аласаҡбыҙ.