Ошо китапты - Ҡөръәнде. Үҙе дини кеше түгел, шуға бер аҙ аптырашта ҡалдырҙы. Үҙе Сталинды ярата, ә ул, белеүебеҙсә, дингә ҡаршы булған.
- Был Ҡөръәнгә кәмендә өс йөҙ йыллап барҙыр, мең йыл булмаһа әле - тип хәбәрен һалды, - бер кеше ҡалдырып китте, Ҡөръәне икәү ине, береһен район музейына бүләк итәм тип, үҙе менән алып китте. Ҡара әле, ғәрәпсә беләһеңме?
Беҙҙе баһабыҙҙы ныҡ күтәрҙе
Ринат Низаметдинов, русса-башҡортса-татарсанан ары киткән юҡ та.
Нисәнсе йылғы китап икәне артында бар һымаҡ, әммә бөтөн донъя ғәрәп һандарын ҡулланһа ла, уларҙы уҡып белергә барыбер баш етмәне. Айнур хәҙрәт Ҡәҙимовҡа өндәштек - 1913 йылғы тине.
Ринат абзыйыбыҙ Ҡөръәнде кире алып ҡайтып китте. Мең йыллыҡ булмаһа ла, баһаһы бик ҙур.