Был ауылдың ғүмерҙә лә
газды күргәне юҡ, йәғни, ҙур трасса буйында ултырып та, яндарынан ғына газ торбалары үтһә лә, Яңы Отрада газһыҙ йәшәне. Был турала әллә нисә йыл буйына ялыу яҙҙылар, газ булһа, ауыл йәшәр ине, күсеп китмәҫ ине...
Былтыр
Яңы Отрадаға газ торбаларын һала башланылар. Эштәр әле бөтөүгә табан бара, тиҙерәк ҡыймылдаһалар, Көйөргәҙе районының юбилейы көнөнә (31 ғинуарҙа районға 90 йәш туласаҡ) ҙур тарихи ваҡиға буласаҡ.