Ауылдаштар үҙҙәре, ҡыҙғаныс, бармаған, башлыҡ урынбаҫары үҙе генә килгән. Темалары ниндәй? Һорамаһағыҙ ҙа була: был ауылдың донъялағы иң айыҡ ауыл тигән даны бар ғаләмгә таралды. (быға саҡлы районда әллә нисә ауыл беренсе урынды алғайны). Телевизорға саҡырыуҙары шуға ғәжәп түгел, матур тәжрибәгеҙ менән (нисек итеп был тиклемгә өлгәштегеҙ?) уртаҡлашығыҙ, Яманһарыны бәләкәй генә ауыл тимәҫһең, төрлө ҙур-ҙур саралар ҙа үткәреп ятаһығыҙ, яңы проекттарға ла старт биргәнһегеҙ, фәлән-төгән-фәсмәтән...
Тапшырыуҙы алып барыусы ғына ауылдың исемен боҙоп Яманһар ҙа Яманһар ти. Нисек эскелекте еңгән иң шәп ауылдың исемен белмәй йәшәйҙер - баш етмәй.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Яманһары ауылы быйыл районда
"Айыҡ ауыл" конкурсында еңеп сыҡты, хәҙер улар Көйөргәҙе данын республика кимәлендә яҡлаясаҡ. Уңыштар юлдаш булһын һеҙгә, яҡташтар!