Шәмбе көнө, төштән һуң, яманһарылар, атап әйткәндә, иҙрисовтар нәҫел-нәсәбен барлап, шәжәрә байрамын үткәрҙе. Яманһары ауылы - һуңғы йылдарҙа кешенең теленән төшмәҫ ауылға әйләнде, ҡайҙа барма, яманһарылар - шәп тип кенә торалар. Бәләкәй генә ауыл тимәҫһең, үтә дәртле халыҡ йәшәй, әйләнгән һайын нимәлер башҡарып яталар, береһен бөтөп өлгөрмәйҙәр, икенсеһенә тотоналар, ҡатнашмаған саралары ҡалманы, районда "Айыҡ ауыл" конкурсында еңделәр (беренсегә ҡатнашмай улар был бәйгелә), хәҙер түрәләр ҙә үҙҙәре янына килергә ашҡынып ҡына торалар (быға саҡлы береһе лә килеп тә китмәй, беҙҙең барлыҡты оноттолар тигәндәрен ишеткән булды), яманһарылар менән бергә тороп фотоға төшөүҙе мәртәбәгә һанай башланылар.
Һәм бына килеп, Иҙрисовтар. Әйтергә кәрәк, был нәҫел - Яманһары ауылының боронғо нәҫеле, данлыҡлы тип әйтһәк тә алдамаҫбыҙ. Эшкә уңған, телдәренән дә, ҡулдарынан да килгән тоҡом...
Репортаж тулы вариантта гәзиттә баҫыласаҡ.