Йәмғиәт
23 Февраль 2025, 07:57

Икеләтә шатлыҡ

Кисә Ҡотлоюл ауылында мәсет асылды.

Икеләтә шатлыҡИкеләтә шатлыҡ
Икеләтә шатлыҡ
Был изге сарала булдыҡ, ауылдаштар менән бергә ошо ваҡиғаға ҡыуаныштыҡ. Мәсетте асҡас, клубта мәжлес тә булды. Ҡайтырға тигәс, ҡотлоюлдар оҙата ла сыҡты (алдан тая инек, эш күп), хатта күстәнәскә былау алығыҙ тип бер булдылар (һай, үҙебеҙҙең халыҡтың күңел матурлығы!). Йөҙҙәре, көн яманһыулап торһа ла, ҡояштай балҡый.
- Кискә концерт, килегеҙ. 
- Атаҡ, ә кем килә?
- Ғәзим. 
Ҡыҙғанысҡа, тамашаға барып булманы, ә ҡотлоюлдар өсөн был көн онотолмаҫлыҡ булған - мәсетле лә булдылар, концерт та ҡаранылар. 
Һәр ваҡыт, кисәгеләй, ҡыуаныстарығыҙ икеләтә артып килһен, йыуасалылар! 
Автор:
Читайте нас