Өлгөлө әсәй, кәләш, килен булып дан алалар. Ә үҙҙәре ҡалай сибәр!
Шундай ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе, Абдул ҡыҙы, Әбйәлил районына кейәүгә сыҡты. Рәсиләбеҙ. Районда иң шәп ғаилә булып танылып та өлгөргәндәр. Яңыраҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткән «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» асыҡ республика конкурсында Нияз һәм Рәсилә Сибәғәтуллиндар ғаиләһе «Ғаилә кәсебе» номинацияһында 1-се урын яулаған!
Кисә беҙ яҡуттарҙы ошо конкурста еңде тип яҙған инек, баҡһаң, беҙҙекеләрҙән йәнә бер ғаилә лә еңеп сыҡҡан икән – шатлыҡ өҫтөнә шатлыҡ.
Беҙ был матур ғаиләне ихлас ҡотлайбыҙ, тормошоғоҙҙа еңеүҙәр күп булһын, артабан да беҙҙе ғорурландырып, һоҡландырып, донъяның барлыҡ рәхәттәрен тойоп, сабыйҙарығыҙҙың өлгәштәренә ҡыуанып йәшәргә яҙһын һеҙгә, Сибәғәтуллиндар!