Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Апрель , 13:53

Һаман йәш һәм дәртлеләр

Эске эштәр органы ветерандарының үҙ байрамдары бар.

Һаман йәш һәм дәртлеләр
Һаман йәш һәм дәртлеләр

2011 йылдан бирле билдәләнә был байрам. Ошо уңайҙан бөгөн Күмертау ҡалаһында матур осрашыу булды. Милицияла, полицияла эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан ирҙәр, ҡатындар йыйылды. Ҡаланың МВД ветерандары ойошмаһы сәркәтибе Татьяна Чегодаева, бик тынғыһыҙ ҡатын, оло ихтирам менән һәр бер элекке милиция хеҙмәтҡәре тураһында һөйләне, һәр һүҙенән йылылыҡ бөркөлдө, хатта илап та алды Татьяна Сергеевна. 
Араларында ирҙәре ошо эштә - полиция хеҙмәтендә - һәләк булған ҡатындар ҙа, махсус хәрби операцияла йөрөп, ҡайтҡас мәрхүм булған Ришат Хәлиловтың әсәһе лә бар. Уларға ҡарата айырым йылы һүҙҙәр яңғыраны. Мул табын ҡороп ташлаған милиционерҙар, туҫтаҡтар күтәрелде. 
- Илебеҙгә тиҙерәк тыныс тормош килһен ине, - булды тост, - һәр берегеҙ, бөтәгеҙ ҙә пенсияла булһағыҙ ҙа, һаман егет тә ҡыҙ кеүекһегеҙ, артабан да әлеге килеш ҡалығыҙ - йәш һәм дәртле.

Автор:
Читайте нас