Ә был көндән бер йыл ваҡыт үтеп тә киткән. Әйләнә лә килә яҙҙар, әйләнә лә килә йәйҙәр тип йырлаған кеүек, ғүмер тәгәрмәсе бик тиҙ әйләнә, уны, бар, туҡтатып ҡара.
Коллегабыҙ Айгөл Халиҡованың бөгөн сираттағы байрамын - тыуған көнөн билдәләйбеҙ. Инде нисәмә йылдар тап ошо көн, Матбуғат көнө, беҙҙең өсөн икеләтә байрамға әүерелә лә ҡуя, бер туҫтаҡ гәзит өсөн күтәрелһә, икенсеһе Айгөл өсөн.
Үткән йылдарҙа әллә нисә рәт ҡабатланған ҡотлау һүҙҙәрен бөгөн дә яңыртабыҙ, балаларың, ирең, әсәйең, башҡа күп туғандарың менән бергә татыулыҡта, иҫәнлектә йәшәргә яҙһын. Ҡыуаныстар килә икән, улар икеләтә артып килһен, бәхет йорт ишеген асып керә икән, ул да гел икегә артып керһен. Ғүмер тәгәрмәсең күңелле әйләнһен.