Бөгөнгө болғаныслы заманда ҡул һуҙыу түгел, этеп йығып өҫтөңдән тапап уҙмаһалар бик хуш. Яңы Таймаҫ ауылында оҙаҡ йылдар мәктәп директоры, уҡытыусы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Тәнзилә Абдуллина пәйғәмбәр затынан, тип әйтергә хоҡуғым бар. Ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ, башҡа туғанлыҡ, хатта шәхси дуҫлыҡ та юҡ, ни ғилләлер, Тәнзилә Хәмзә ҡыҙы миңә ҡарата әсәй һымаҡ мөнәсәбәттә булды. Йығылған саҡта, быға бер ниндәй сәбәп булмаһа ла, ҡулын һуҙҙы, ҡолап китер мәлдәрҙә иңен ҡуйҙы. Ул булмаһа, бөгөн ҡайҙа булыр инем, ниҙәр ҡылыр инем - Хоҙай белә.
Т. Абдуллинаны бөгөн барып ҡотланыҡ. Ул Уҡытыусылар көнө менәндер инде ти. Бер ҙә Ололар көнө тип әйтмәй. Беҙҙең дә былай тип әйтергә тел әйләнмәне. Ҡайҙан оло булһын ул, һаман да йәш, һаман матур. Һәр саҡ шулай булып ҡалығыҙ, Тәнзилә Хәмзә ҡыҙы. Барыһы өсөн дә рәхмәт. Мин онотманым һәм онотмам.
28 сентябрь, 2018 йыл
Теүәл ете йыл тиерлек үткән был яҙманы яҙғанға. Ул ваҡыттан бирле күпме һыуҙар аҡҡан, ә хистәр һаман шул көйө. Ул бөгөн шылтыратты:
- Салауат Муса улы Солтангәрәев тураһында яҙған мәҡәләм өсөн (ул йома көнө гәзиттә баҫылды) ауылдаштар рәхмәт әйтә, Гөлсөм Ғәбитовна (мәрхүм Салауат абзыйҙың ҡатыны) илай-илай уҡыным, ти. Коллегаңды, уның изге эштәрен онотмағаның өсөн рәхмәт тиҙәр.
Был көндәрҙә ул күптәрҙән, ҡотлауҙар менән бергә, рәхмәт ишетер. Төрлө ҡатлам кешеләре булыр рәхмәт әйткәндәр араһында, атҡаҙанғаны ла, ябай, әллә ни дан ҡаҙанмаған, ауыл кешеһе лә. Шулар араһында минеке лә бар. Юбилейығыҙ менән, Тәнзилә Хәмзиевна!