Ошо уңайҙан, уны иҫкә алып, еңел булмаған яҙмышы, рух көслөлөгө тураһында яҙып үтергә булдым.
Салауат Муса улы 1951 йылда Таймаҫ ауылында тыуа. Бик иртә атайһыҙ ҡалыу сәбәпле, үҙенең мырҙалары һәм һылыуҙары өсөн атай ҙа, ағай ҙа була ул. Уларҙың киләсәктәре өсөн ҙур хәстәрлек күрһәтә.
Мәктәпте тамамлағандан һуң совхозда эшләй: һөрөү, сәсеү, йыйыу эштәрен башҡара ул. Әрмелә моряк булып хеҙмәт итә һәм үҙен өлгөлө һалдат итеп күрһәтә. Ил алдындағы бурысын намыҫлы үтәгәндән һуң совхозда эшләүен дауам итә, бер үк мәлдә техникум тамамлай, үҙенең белемен камиллаштырыу өҫтөндә тырыша, күп уҡый, халыҡ менән осрашыуҙарҙа ҡатнаша. Тырыш егетте, өлгөлө хеҙмәткәр булараҡ, Таймаҫ мәктәбенә хеҙмәт дәресе уҡытыусыһы итеп саҡыралар. Хаҡлы ялға сыҡҡансы мәктәптә тырышып эшләй ул. Уҡыусыларҙы тракторҙа йөрөрөгә өйрәтте, белем усағында танытмалар ҙа тапшырҙылар. Уның күп уҡыусылары совхозда тырышып эшләнеләр.
Салауат Муса улы үҙенең тыуған ауылын ныҡ яратты һәм уның сәскә атыуы өсөн тырышты. Бөгөнгө көндә мәктәп янын матурлап үҫеп ултырған ҡарағайҙарҙы ултыртыусы ла ул булды. Уның ҡулдары менән ҙур теплица ла эшләнелде, унда мәктәп ашханаһы өсөн йәшелсәләр үҫтереп рәхәтләндек. Таймаҫ ауылы территорияһында Бөйөк ватан һуғышында һәләк булғандар өсөн ике һәйкәл урынлаштырылған. Ошо һәйкәләдәрҙе матурлау өсөн дә ул ҙур көс һалды: ҡоймаларын замансаға алмаштырҙылар, сәскәләр ултырттылар, юл һалдылар, фасадты буянылар.
Ауылы өсөн битараф булмаған Салауат Муса улы тырышлығы менән, халыҡ тарафынан йыйылған аҡсаға, мәсетебеҙ, зыяратыбыҙ кәртәләре лә яңы замансаға алмаштырылды. Күп тапҡырҙар ауыл советына депутат, ауыл старостаһы итеп һайланды. Башҡарылған эштәрҙә туҡталмай, арымай артабан тырышып хеҙмәт итеүен дауам итте ул. Шулай уҡ ауылдаштарына ишек, тәҙрәләр ҡуйышырға ла һәр саҡ ярҙам итте. Уның тормошҡа ашырып өлгөрмәгән хыялдары, маҡсаттары күп ине, әммә ҡаты ауырыу уның ғүмерен өҙҙө...
Салауат Муса улы тормош иптәше Гөлсөм Ғәбит ҡыҙы менән тырыш балалар үҫтерҙеләр. Улдары Юлай менән ҡыҙҙары Зөлфиә ғаилә традицияларын дауам итеп, уҡытыусы һөнәрен һайланылар. Икеһе лә баш ҡалабыҙ Өфөлә лайыҡлы эшләп йөрөйҙәр.
Салауат Муса улы барлыҡ башланғыстарҙы ла аҙағына тиклем башҡарыусы яуаплы кеше ине, ул үҙенең тормошон лайыҡлы йәшәне.
Салауат Муса улын белеүселәр, уның яҡты иҫтәлеген тик яҡшы хәтирләләр менән иҫкә алайыҡ. Уның кеүек донъя, тормош тотҡаһы булған кешеләр беҙгә, үҙҙәре мәңгелеккә киткәс тә, ауыр минуттарҙа ярҙам итә...
Тәнзилә АБДУЛЛИНА, уҡытыусы, “Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы”