Ауыл малдары ниңә клубҡа эйәләшә икән? Был һорауға яуапты ғалимдар эҙләргә тейеш кеүек, әлегә тиклем был феноменды береһе лә, юғиһә, аңлата алманы. Шулай ҙа, беҙ таптыҡ. Малдар культураға эйләшә.
Бына әле Яңы Мораптал мәҙәниәт йорто ла яфа сигә икән, һыйырҙар һүгенеп әрләгәнде лә, матурлап әйткәнде лә, хатта һуҡҡанды ла аңламай, шунда пропискала торған кеүек, клуб янынан китә белмәйҙәр.
Яҡшымбәттә һарыҡтар, Яңы
Таймаҫта кәзәләр шулай культурный, бына хәҙер килеп, Яңы Мораптал һыйырҙарының да интеллектуаль кимәле бик юғары икән - матурлыҡҡа ынтылалар.
Беҙ, бәлки, уларҙың телен аңламайбыҙҙыр, малдарҙы әрләмәй, туҡмамай, уларға айырым зал-сәхнә яһап ҡуйырға кәрәктер? Тышта инде, ялан кәртә, лапаҫ һымаҡ берәй нәмә әтмәләп ҡуйырға. Клубҡа һыйыр керетеп булмай - әҙәм балаһы мөгөҙлө-тояҡлылар менән бергә концерт ҡарап ултыра алмаҫ. Мәсьәлә бөтәһе өсөн дә ыңғай хәл ителер ине, кешеләр өсөн дә, хайуандар өсөн дә. Ә артистарға айырым концерт ҡуйырға кәрәк булыр, мал-тамашасы өсөн. Был малдарҙың хужалары иҫәбенә.