Америка кардиология берекмәһе мәғлүмәттәре күрһәтеүенсә, 1 сәғәт саф һауала теремек йөрөү ғүмер оҙонлоғобоҙҙо 2 сәғәткә оҙонайта икән.
Ошо турала яҙылған аҡыллы һүҙҙәрҙе уҡыйһың да, артабан былай булмай, йәйәү йөрөй башларға кәрәк тип, үҙеңә үҙең һүҙ биреп ҡуяһың һәм... онотаһың. Йыбанаһың. Ялҡаулыҡ көслө, ихтыяр юҡ. Машинаһыҙ янда ғына торған магазинға ла барырға иренәһең.
Беҙҙең хәлдәр шулай, ә бына
Яңы Муса ауылы ҡыҙҙарының бөтәһе лә бар: ихтыяр көсө лә, ваҡыттары ла. Үткән һайын тиерлек юлда улар осрай, берҙәм булып, матур баҫып китеп баралар. Уларҙы күргәс, йәнә дәрт ҡабынды: беҙгә лә шулай эшләй башларға кәрәк. Иртәгәнән башлап.