Йәшәйеш
6 Апреля 2024, 11:18

Юл - замечательный

Кем әйтә ул юл алама тиеп? 

Тормошта бойоҡмай, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй, һәр нәмәнән йәм табырға тырышып йәшәгән кеше гел һоҡланыу тыуҙыра. Хатта әлеге бөтөн республиканы (илде) солғап алған бәләгә лә - юлдар бәләһенә иҫе китмәгәндәр беҙҙең арала күпме? 
Әхмәт ағай кисә бөтәбеҙҙең дә күҙ йәштәрен сығарған Лена - Ялсыҡай юлындағы соҡорға ҡарап та ыһ та итмәй. 
Башҡа ҡайғылар менән сағыштарғанда, был ғына, ысынлап та, нимә инде (әле районға тағы ла ҙур ҡайғылы хәбәр килә ята, әйткәндәй), юлды ошоға тиклем эшләмәгәндәр, бынан ары ла эшләрҙәренә өмөт самалы. Ә тормош дауам итә, ғүмер аҙ ғына. Ошо аҙ мәлдәребеҙҙе зарланыуға сарыф иткәнсе, яҙғы моңдарҙы тыңлай, иҫерткес еҫтәрен еҫкәй, һыуҙарын ике аяҡ менән кисеп йөрөй алыуыбыҙға шөкөр итәйек. Төптән уйлап ҡараһаң, тормош - замечательный ул.
Автор:
Читайте нас