- Быны үткәреүгә ныҡ ҡаршымын, байрам ҡайғыһы юҡ, - тине теге көн.
Байрам ҡайғыһы менән бер бәлә булһа, йәнә береһе бар - әле ошо байрам үтәсәк ауылда, бер төркөм ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ, айнымай, әллә нисә көн эсеп ята тинеләр. Ҡунаҡтар килеп төшкән мәлдә, былар урам буйлап йөрөһә, булыр һиңә "Айыҡ ауыл". Әле бер өйгә йыйылып, байрам итеүҙән туҡтамай икәндәр, торһалар, кемеһелер йоҡоһонан тора алмай, һелкеткәнгә лә ыжламай икән, шунда уҡ Тиҙ ярҙам машинаһы саҡырта икәндәр - үлеп бармаймы был? Өмөт бар: был ауылға конкурс килеп еткәнсе, бәлки, айнырҙар.
Ә "Айыҡ ауыл" бәйгеһе теҙмәһе былай:
Зәк-Ишмәт - 20 сентябрь
Бальза - 21 сентябрь (был көндө Кинйә-Абыҙҙа ҙур сара, бәлки, Бальза байрамын күсерерҙәр, хәйер... байрам тиһәң, шәп йүгерә беләләр, бәлки, икеһенә лә өлгөрөрҙәр - фотолар күберәк, төрлөрәк булыр).
Яңы Уралка - 27 сентябрь
Көйөргәҙе - 30 сентябрь
Свобода - 30 сентябрь (бына бит, бер көндә - ике байрам).
Илкәнәй - 1 октябрь
Аҡһары - 4 октябрь
Ялсыҡай - 24 октябрь
Молокан - 25 октябрь
Шәбағыш - 1 ноябрь
Керәүле-Илюшкино - 6 ноябрь.