Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
2 Октябрь 2024, 11:24

Бергә булғас, еңелерәк

Уның турала яңы ғына яҙған, алыҫтан ебәргән сәләмдәренә ҡыуанып ултырған инек. 

Бергә булғас, еңелерәк
Бергә булғас, еңелерәк
Ҡайтып та еткән. Нига позывнойлы егетебеҙ яҡын туған кеүек хәҙер беҙгә, редакцияла апаруҡ һөйләшеп ултырҙыҡ. Бүлмәбеҙ һыуыҡ, әлегә йылыны бирмәнеләр, өшөгән тән, беренсе сиратта йән, йылынып китте. 
- Беҙҙекеләр күп унда, - тине һалдат, - быныһы шәп, бер-беребеҙгә ярҙам итешеп йөрөйбөҙ. Таймаҫ, Илкәнәй, Яҡшымбәт егеттәре бар минең янда. Әрме ашы ялыҡтырып китә, магазиндан аҙыҡты үҙебеҙ һатып алып, ашнаҡсыбыҙ бешерә. Барыбер өйҙәгенә етмәй. 
Нигаға иҫәнлек теләнек (был теләк - әлеге мәлдә иң мөһиме), бик тиҙҙән тыуған илкәйеңә бөтөнләйгә ҡайтырға, әсәйең, кәләшең бешергән аштарҙы ашап, донъяның башҡа рәхәтлектәрен татып, тыныс тормошта йәшәргә булһын. 
Автор:
Читайте нас