Фатирҙағы рауза гөлдәре һаман сәскә бирмәй икән.
Салауат
үҙе үҫтергән гөлдәр. Ул яҡты донъянан киткәне бирле, бына ошолай, етемһерәп, сәскәһеҙ донъя күрә.
...Лилиә апай саҡырҙы. Уны күптән күргән юҡ (көн һайын, хәйерле иртә тип, открытка ебәрә) яңыраҡ дауаханаға ятҡанын белә инек. Ҡайтҡан икән.
- Килегеҙ, күстәнәс алып ҡайттым, Дүртөйлө бауырһағы.
Бөтөн эште ҡалдырып (бауырһаҡтан бигерәк, Лилиә апай ҡәҙерле), йүгерҙек.
- Әллә нисә операция яһанылар күҙгә... Дүртөйләләге туғандарға заказ биргән инем, бауырһаҡ алығыҙ тип, бына, алғандар. Татарстанда бешерелгән аҙыҡ ул. Ауыҙ итегеҙ, хәтәр тәмле. Ҡотлоюлдағы, Күмертауҙағы туғандар тупһамды һыуытмай, еңгә лә еңгә тип, өҙөлөп торалар, - апайыбыҙ күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй, тормош юлы буйлап, илай-көлә барыуын дауам итә.
Рауза гөлө әлегә ҡыҫыр, ысынлап та. Бына замана: әҙәм балаһы ғына түгел, гөлдәр ҙә шулай ҡайғыға һабышыр икән. Лилиә Аҡһарова Салауатының раузаһына өмөтөн өҙмәгән, бер атмаһа, кире бер атыр. Киткән улдар ғына кире ҡайтмай.