Был юлы Бала Сытырман ауыл биләмәһе башлығы Ниғмәтуллин Ғәҙел Ҡорбанғәле улы, ГипЭлектро йәмғиәте начальнигы Янибаев Риф Шәриф улы, район хакимиәте водителе Кантимеров Илдус Нурфәиз улынан торған беҙҙең 2 экипаж маскировка селтәрҙәре, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар, ҡорамалдарҙан башҡа "Айыу" ҡушаматлы яугир дуҫыбыҙға Шевроле-Нива автомобилен дә алып барҙы. Федоровка ауылының "Һалдаттар өсөн тегәбеҙ" цехы, Бала Сытырман ауылының"Рәсәй патриоттары" волонтёрҙар төркөмө, ауыл халҡы йөктө туплауҙа ҙур ярҙам күрһәтте. Күстәнәстәр тыуған яҡ, туғандар йылыһын хәтергә төшөрһә, машина иһә егеттәребеҙҙең ауыр хеҙмәтен күпкә еңеләйтер тип ышанабыҙ.
P. S. Был юлы яралыларға концертты хәүефһеҙлек йөҙөнән рөхсәт итмәнеләр.
, Федоровка районы, Юлдаш ауылы.