Ағайҙарым Айрат һәм Өлфәт Ҡобағошовтарҙың исемдәрен мәңгелләштереү хаҡында һөйләштек. Үҙемдең идеяларым менән бүлештем. Хужабыҙҙың ыңғай ҡарашын күргәс, пландар һәм маҡсаттар тормошҡа ашыр тигән ышаныс бик ҙур. Ең һыҙғанып эшләргә генә ҡала.
Нисә ай ала алмай йөрөгән миҙалымды ла (байрам концерттарына һәр саҡ саҡырып торҙолар) Юлай Талха улы бик матур йылы һүҙҙәр менән түшемә ҡаҙаны. Күрәһең, уның ҡайтыуын көткәнмен.
Ышаныс менән тик алға!
+21 °С
Болотло


