Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
2 Май , 08:24

Гүзәл ҡауышыу таңын көтәм мин

Ялсыҡайҙар бик талантлы халыҡ.

Һәр береһе ниндәйҙер һөнәргә эйә. Бигерәк тә сәнғәт өлкәһендә уларға еткәне һирәк. Беҙ улар хаҡында күп яҙҙыҡ, рәссам да улар, скульптор ҙа (Яңы йыл байрамына арнап ҡалай итеп биҙәй улар урамдарын!), әлбиттә, йырсы ла. 
Илдар күптәндән бирле махсус хәрби операцияла йөрөй. Башҡа ауылдаштары кеүек үк, ул йырларға ярата. Ихлас башҡара ул йырҙарын (был хаҡта ла яҙған булды, видеолары булды). 
Айырылышыу төнө килмәһен,
Гүзәл ҡауышыу таңын көтәм мин.
Беҙ ҙә бик көтәбеҙ, Илдар. Ҡауышыу, осрашыу таңын. Тиҙерәк тыуған илеңә ҡайт та, ҡунаҡтарҙа, туйҙарҙа һинең тауышыңды ишетергә яҙһын. 

Автор:
Читайте нас