

Беҙ алдан хәбәр иткәнсә, Рөстәм Вахитов кире урынына ҡайтты. Тиҙ генә булған ултырышта ауыл депутаттары эште ҡоро тотто, кем башлыҡ – шул башлыҡ, артығын нимә тип һөйләп торорға?
Район хакимиәтенән килгән Совет сәркәтибе Әхәт Исламғолов шулай ҙа барыһы ла тәртип буйынса барһын тип, көн тәртибе менән таныштырҙы:
- Шулай-шулай, иптәштәр, һайлауҙар үтте, район буйынса явка 70%-тан артыҡ булды, артыҡ булды, Илкәнәйҙә – 61 %, 61%. Район буйынса өс яңы ауыл депутаты һайланды, икеһе ситтән, береһе үҙебеҙҙеке- Эльвира Әбүзәр ҡыҙы. Уның ҡайҙа эшләгәнен беләһегеҙ, не дай Бог туда попасть, туда попасть. Бер йыл самаһы элек, эйе, бер йыл самаһы элек, Рөстәм Вахитов башлыҡ вазифаһынан киткәйне, киткәйне, бына, насип булғас, кире ҡайтты.
Яңы-иҫке башлыҡ урынына барып ултырҙы.
- Минең теге портрет ҡайҙа ул, өйҙә эҙләнем, таба алманым.
«Я мзду не беру, мне за державу обидно» тип яҙылған Верещагин торған билдәле фильмды һүрәтләгән картина ине ул.
- Ана, шкафта ята.
- Кире эләм мин уны.
Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа Рузалия Аҡбулатоваға рәхмәт әйттек. Һәр саҡ гәзиткә фото, мәғлүмәт ебәреп торҙо. Барыһы ла һеҙҙең һәйбәт булһын, - тинек, - иң мөһиме: һаулыҡ, ғаилә бәхете, ошоларҙан айырмаһын һеҙҙе Хоҙай.
- Йыуабыҙмы?
Репортаж тулы вариантта гәзиттә биреләсәк.