Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
8 Октябрь , 11:57

Алты ай инде һинең эҙең юҡ...

Ҡәҙерле Фәнисем! Бөгөн һинең тыуған көнөң!

Алты ай инде һинең эҙең юҡ...
Алты ай инде һинең эҙең юҡ...

Һин былтыр август айында киткән инең. Алыҫҡа киткәндән һуң, алты ай инде һинең эҙең юҡ. Беҙ һаман һине көтәбеҙ, һағынып, өмөтләнеп йөрөйбөҙ. Тыуған көнөңдө һинең менән байрам итергә теләйбеҙ, тик... иҫән генә бул тип, бар йөрәктән теләйбеҙ.
Һин тыуған көнөңдө әлегә беҙҙең менән байрам итә алмайһың, бер ҡайтып килерһең, Фәнис, шунда байрамыбыҙ, һағыш-шатлыҡтарыбыҙ уртаҡ булыр, һине бик ныҡ һағынып көтәбеҙ, һин үҙең ҡайҙалыр әле, ә күңелебеҙ беҙҙең менән бергә.
Был байрам көнөң һиңә ныҡлы сәләмәтлек, бәхет һәм тыныс тормош килтерһен. Һәр минутта һине яҡындар иҫләй һәм һөйә, донъя һинең яҡты йөҙгә мохтаж. Һин ҡайтып, ғаилә-дуҫтарың менән бергә тулы бәхет менән йәшәргә тейешһең.
Тыуған көнөң ҡотло булһын! Яҙмышың яҡты булһын!

Һине һағынып, кәләшең Зөлфиә. 

Автор:
Читайте нас