“Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы республикала бик уңышлы эшләп килә һәм уның ауылдарҙы төҙөкләндереүҙә ярҙамы ҙур. Әле ауыл советы биләмәләрендә ППМИ-ла ҡатнашыу, ҡатнашмау тураһында йыйылыштар үткәрелеп килә. Ҡалта ауылы халҡы ла был программала ҡатнашыу мәсьәләһен хәл итеү маҡсатында йыйылған һәм ауыл зыяратын ҙурайтып, яңынан кәртәләргә тигән ҡарарҙы хуплаған. Шулай уҡ барлыҡ эштәрҙе лә тәртиптә тотор өсөн инициатив төркөм дә һайлап ҡуйылған.
- Күмәк көс менән алға ҡуйған маҡсатты берҙәмлектә тормошҡа ашырыуыбыҙға өмөтләнәбеҙ, - тиҙәр ҡалталар. Уларға уңыштар теләйек, уйлаған уйҙарының, пландарының ҡабул булыуын теләйбеҙ!