

Раил Әбдрәхимов байтаҡ ҡына халыҡты ҡабул итте, аһ-зарҙар, бер үк, йылдар буйы һуҙылып килгән проблемалар. Иң ҡырҡыуы - юлдар. Юлдарына башҡалары ла өҫтәлде. Павловкала мәктәпте яптылар. Әйткәндәй, бер юлы был хәлгә Раил Рамаҙан улы бик ризаһыҙлыҡ белдергәйне. Йәнә бер яңы бәлә - Керәүленән фельдшер егеттәре ҡасты. Ғәйеп булғас та, бер-бер хәл булғандыр тип, уны Ер шары буйлап эҙләнеләр. Бәхеткә, йәш докторыбыҙ табылды, иҫән-һау булған, әммә Керәүле фельдшерһыҙ ҡалды. Ә ауылды ололар күп, кемделер давление яфалай, кемдең башҡа ере ауырта, фельдшерһыҙ йәшәүҙәре ауыр.
Ҡасҡан егетте арҡанлап кире килтереп ултыртып булмай, яңыһын табырға кәрәк. Бөрө яҡтарынан бер фельдшер килергә ризалыҡ та белдергән, тик.. Земский доктор программаһының аҡсаһы бөткән, ә ҡоро эш хаҡына ҡарап ҡына йәһәннәмгә кем килһен?
Теманың дауамы гәзиттә буласаҡ.