Был ауылда бик талантлы халыҡ йәшәүе бер кем өсөн дә сер түгелдер. Үҙ кәйефтәрен үҙҙәре күтәреп, элекке йолаларҙы һаҡлап, бер-береһе менән аралашып, шау-гөр килеп йәшәй был ауыл халҡы. Уларҙың оҫта ҡулдары яһаған һындар бер кемде лә битараф ҡалдырмайҙыр. Йыл һайын ауыл уртаһында Яңы йыл хужаһының һындарын яһап ҡуйған Зәки Аҡсурин тураһында йыш яҙҙыҡ. Ҡыҙғанысҡа, уның яҡты донъяларҙан китеп барыуына ла бер йыл булып килә. Илебеҙ өсөн башын һалған яугиребеҙ булмағас, ауылыбыҙҙы быйыл ҡарлы һындар биҙәмәҫ, тип күңелһеҙләнә ине ялсыҡайҙар. Тик был ауылда оҫталар һаны етәрлек, йыл һайын вахтала булмаһа өй тирәһенә сағыу һындар теҙгән Илнар Хөсәйеновты ла яҙғаныбыҙ булды. Ә бөгөнгө һүҙебеҙ бына инде өсөнсө йыл рәттән өй тирәһен сағыу һәм байрамса һындар менән биҙәүсе Рәшит Ҡотлогилдин тураһында. Рәшит ағай ғаиләһе менән Күмертау ҡалаһында йәшәй, ошонда уҡ эшләп йөрөй. Ялсыҡай ауылында урынлашҡан ата-әсәһенең нигеҙен һыуытмайым, тип буш ваҡытында, ялдарҙа төп йортҡа ҡайтып күҙ-ҡолаҡ булып тора һәм йыл да бына ошондай шәп һындар теҙеп ауылдаштарын ҡыуандыра. Быйыл да йоланы боҙмай, ауылдаштарына байрам кәйефе бүләк итеү маҡсатында йорт алдына Ҡыш Бабай, Ҡарһылыу һәм әлбиттә йылдың төп символы Атты яһап, уларҙы сағыу төҫтәргә буяп та ҡуйған. Һындарҙың ҙурлығын, ысынға оҡшап тороуон күргән ауыл халҡы Рәшит мырҙаларына (ағайҙарына) маҡтау һүҙҙәре һәм рәхмәттәр яуҙыра:
- Рәшит күрше, афаринһың да инде! Урамыбыҙҙы йәмләп, ҡар һындар эшләп тә ҡуйған!
- Эй, уңғанһың да инде, мырҙам!
- Ҡулыңдан һөйөн!