-7 °С
Болотло
Матур ғына табын (әлбиттә, араҡы менән, унһыҙ табын табын буламы ни?) бер мәл көйһөҙләнә: ҡатын кеше, миңә етте, ҡайтам тип, ныҡыша башлай. Был хужа иргә оҡшамай, бирләнеп, ҡатындың күкрәгенә бысаҡ менән сәнсә. Яралы гүзәл зат күршеләргә тиклем йүгереп барып етеп өлгөрә, тегеләре тиҙ ярҙам саҡырта. Ә тыныс ҡына ҡартлығын кисерә белмәгән пенсионер ҡартты ҡулға алғандар, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.