

Һеҙҙең гүзәл ханым булыуығыҙ эшегеҙҙә нисек тә ярҙам итәме, бәлки, алдағы башлыҡтар уртаҡ тел таба алмаған, шул уҡ фермерҙар, хужалыҡ етәкселәре менән аралашҡанда, һеҙгә, ҡатын-ҡыҙ булараҡ, өҫтәүенә сибәр булыуғыҙҙы ла иҫәпкә алһаҡ, еңелерәктер?
- Комплиментығыҙ өсөн рәхмәт, барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙар кеүек үк, мин үҙемә тәнҡит менән ҡарайым, быны йәшермәйем. Эшемдә ҡатын-ҡыҙ булыуым ярҙам итәме, тигән һорауға килгәндә, кем белә, бәлки, ярҙам да итәлер. Иҫегеҙҙә булһа, тәүге әңгәмәлә үк әйтеп үттем, ҡатын-ҡыҙҙар һығылма була, кәрәк ерҙә йылмайып ҡарайбыҙ, шаяртабыҙ, ир-аттар кеүек өҙә һуғып әйтмәйбеҙ. Аллаһы Тәғәлә беҙҙе шулай енеси яҡтан айырып яратҡан икән, тимәк, был айырмаларҙы ҡулланыу урынлылыр. Әлбиттә, бөтәһенә лә гел ауыҙ йырып йөрөп булмай, ҡайһы саҡта ҡаты булыу ҙа кәрәк. Ҙур хужалыҡ етәкселәренә килгәндә, уларҙың барыһы менән дә уртаҡ тел таба алдым, Рәмил Ғиниәт улы менән, Дамир Таһир улы менән дә электән яҡшы аралашбыҙ, һәр кем үҙ эшен яҡшы башҡара, ҡайһы саҡта ҡараштарыбыҙ айырылһа ла, улар миңә, мин уларға аңлап ҡарайбыҙ...
Райондың бөгөн тыуған көнө. Ошо уңайҙан беҙҙең гәзиттә Лира Тереғолова менән ҙур әңгәмә тулыһынса баҫылды.