Йәшәйеш
1 Февраля , 05:26

Ялсыҡайҙа мәктәпте бөтөнләйгә ябыуҙары тураһында ишетеп, көйәләнеп ултырам

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА, журналист, шағир, йыр текстары авторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы, Баязит Бикбай, Рәми Ғарипов исемендәге әҙәби премиялар лауреаты. Салауат Юлаев ордены кавалеры:

Ялсыҡайҙа мәктәпте бөтөнләйгә ябыуҙары тураһында ишетеп, көйәләнеп ултырамЯлсыҡайҙа мәктәпте бөтөнләйгә ябыуҙары тураһында ишетеп, көйәләнеп ултырам
Ялсыҡайҙа мәктәпте бөтөнләйгә ябыуҙары тураһында ишетеп, көйәләнеп ултырам

- Районыбыҙҙан ситтә йәшәһәк тә, тыуған яғыбыҙ һәр саҡ беҙҙең күңелдә. Уның барлыҡ яңылыҡтарын яҡташтарҙан һорашып, гәзиттәрҙән уҡып белешеп торабыҙ.

Р.Солтангәрәевтың юбилейына арналған хәтер кисәһенә ҡайта алманым, бик матур итеп үткәреп ебәргәндәр икән, сараны таймаҫтар үҙ көсө менән генә үткәргән, тип еткерҙеләр, районыбыҙҙың финанс хәле шул тиклем мөшкөл микән? Элегерәк материал туплағанда районда 300-ҙән ашыу эшҡыуар бар, тигән мәғлүмәт алған инек, бөгөнгө көндә эшҡыуарҙар тағы ла күберәктер бит. Махсус хәрби операцияға бәйле, барлыҡ ярҙам шунда ебәрелеп торалыр ҙа бит, тик урындағы халыҡты ла онотмаһындар ине, ябай ауыл халҡы, инәй-бабайҙар һуңғы телеменә тиклем яуға ярҙамға ебәрергә әҙер, уларҙың да етеш тормошта йәшәүен күҙаллар кәрәк ине...

Зөһрә апайҙың райондың тыуған көнөнә бәйле беҙҙең гәзиткә әйткәндәре тулыһынса гәзиттә баҫылды. 

 

Автор:
Читайте нас