Күмертау - йылылыҡҡа түләүгә хаҡтар буйынса дан тотҡан ҡала, бер мәл халыҡ, күмәкләп, митингыға ла сыҡҡайны, йылылыҡ өсөн түләргә ныҡ күп хаҡ ҡуйғайнылар (ул саҡта митингыларға сығып була ине). Телевидение килде, беҙ ҙә репортаж яҙҙыҡ, шауланыҡ-гөрләнек, әммә хәлдәр шул көйө ҡалды - аттың, дыулап, тәртә һындырғаны бармы?
Әлеге квитанцияны алғас та, күңелдә дәртле хистәр уянманы, ярар, ҡайһы бер ҡалалар өшөп ултыра, беҙҙең фатирҙарҙа йылы ғына түгел, хатта, түҙеп торғоһоҙ, эҫе лә булып китә, тәҙрәләрҙе асабыҙ.
...Быйыл көҙҙән, Думаға һайлауҙар үтеү менән, Күмертауҙа коммуналка өсөн түләүҙәр тағы ла арта. Ныҡ һиҙҙереп артасаҡ - 12%-ҡа тинеләр. Бына шул саҡта ниндәй иҫәп килтерерҙәр, был турала әле уйлауы ла ҡурҡыныс.