Илкәнәйҙәр туғандарын барлауҙы дауам итә.
Уҙған аҙнала Смак ауылында булһалар, был юлы Ҡотошҡа барҙылар. Улар, “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы сиктәрендә, Тамъян ырыуы вәкилдәре осрашыуын үткәрҙе. Тамъяндар ҙа Илкәнәйҙәрҙе ППМИ-2026 конкурсында еңеп сыҡһындар тип тырыша. Бындай саралар проблемаларҙы бергәләп хәл итеү, уңайлы мөхит, үҙ-ара ярҙам булдырыу өсөн дөйөм маҡсаттар, ҡиммәттәр һәм мәнфәғәттәр тирәләй берләштереүгә йүнәлтә. ППМИ-ла бергә ҡатнашырға, ярҙам итергә, еңеп сығырға тигән саҡырыуҙар менән бергә Илкәнәйҙәрҙең һәм урындағы артистарҙың күңелле музыкаль номерҙары һәр кем күңеленә хуш килде. Тамашасылар уларҙы көслө алҡыштарға күмде һәм һәр кем күңелендә илкәнәйҙәрҙең ППМИ-2026-ла еңеп сығыуҙарына шик ҡалманы.