

Мин Ҡунаҡбай ауылындағы ҡыуаныслы ваҡиға тураһында яҙырға булдым. Һүҙ ауылдашыбыҙ, депутатыбыҙ Мөхәмәтов Ғәйнетдин Ғәзиз улы тураһында. Ураҙа байрамында Ғәйнетдин Ғәзиз улы Рәүеф Валитовтың йортонда бергәләшеп беҙҙе һый-ниғмәттәр менән һыйлап, оло табын үткәрҙеләр. Беҙ оло кешеләр районға йөрөй алмайбыҙ, шуға күрә уға ҙур утенесебеҙ менән мөрәжәғәт иттек. Беҙҙең Айтуған урамында ике урында ғына фонарҙар яна ине. Дүшәмбе көндө бер нисә урынға фонар лампалары өҫтәп ҡуйып киттеләр. Хәҙер ҡараңғы төндә лә урамыбыҙ нур сәсеп балҡып тора. Бөтә ауыл халҡы исеменән Ғәйнетдин Ғәзиз улына оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Ҡылған изгелектәренең һауаптары насип булһын. Сәләмәтлек, ғаилә бәхете, яуаплы эшендә уңыштар теләйбеҙ.
Әлмира Ишмөхәмәтова, Ҡунаҡбай ауылы.