Йәшәйеш
22 Апреля , 12:37

Бал, аҡса, халыҡ һәм башҡа ҡиммәттәр

Альберт Юлдыбаевтың яҡты иҫтәлегенә арналған конкурс тамам.

Бал, аҡса, халыҡ һәм башҡа ҡиммәттәрБал, аҡса, халыҡ һәм башҡа ҡиммәттәр
Бал, аҡса, халыҡ һәм башҡа ҡиммәттәр

Бик оҙаҡҡа һуҙылды ул, сәхнәләрҙәге сығыштар бер булһа, еңеүселәрҙе билдәләүе уныһынан да оҙонораҡҡа китте – йыраҡтан килгәндәр күп, әммә түҙемле лә икән үҙҙәре, аҙағынаса ултырҙылар. Һәм юҡҡа түгел. Гран-Прины Хәйбулла алып ҡайтып китте. Һәр ҡурайсы (солист, ансамбль) бүләкһеҙ ҡалманы, Мәрйәм апай ҙа үҙенең махус бүләктәрен бирҙе (бал да алып килгән, А. Юлдыбаев бал ҡорттары тотоуы менән дә дан алған кеше ине).

«Юшатыр»  гәзите лә үҙенең махсус призын алып барған ине...

- Зал буш булды, - Альберт абзыйҙың дуҫы Спартак Хөйсәйенов шулай тип бошондо, - ә бит бында бер Акилов ҡына түгел, барлыҡ етәкселек, «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалын тағып йөрөүсе һәр бере һәм силсәүиттәр булырға тейеш ине...

Репортаж киләһе һанда гәзиттә баҫыла.

Автор:
Читайте нас