Йәшәйеш
3 Июня , 13:19

Рәүеф Әбйәлиловка ҙур рәхмәт!

Бөгөн ауылыбыҙ парҡында, Яҡут ауылы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Әбйәлиловтар ойошторған бик күңелле тамаша ҡараныҡ, бында ауылдың "Толпар" балалар етәксеһе Рәсимә Ялсыҡаева ла, ҡатнашып ярҙам итеп йөрөнө.

Рәүеф Әбйәлиловка ҙур рәхмәт!Рәүеф Әбйәлиловка ҙур рәхмәт!
Рәүеф Әбйәлиловка ҙур рәхмәт!

Күңелле, матур сарала, ауылдың балалары, Мораптал дөйөм белем биреү мәктәбе балалары, әлеге көндә лагерга йөрөгән балалар ҙа ҡатнашты!
Парк бөгөн айырыуса йылмайып ҡаршы алды, сөнки шул тиклем матур итеп биҙәлгән, балаларҙың күңелдәрен күтәрерлек итеп ялтырап тора, төрлө төҫтәге флагтар, шарҙар ошо балаларға шул хәҙәрем ысынлап бер бәхетле көн ойошторған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә, ныҡлы сәләмәтлек теләргә генә ҡала.
Төрлө уйындар уйнатылды был байрамда, әйтерһең дә һабантуй, бер яҡта ярыш, бер яҡта өйрәк атыу, бер яҡта футбол, уҡтан атыу ярышыла ойошторолдо, махсус еңеүселәрҙе Рәүеф Риф улы аҡсалата премия менән бүләкләне.
Һәр бер бала өсөн хафаланып, һәр бер балаға айырым хәстәрлек күрһәтеп йөрөгән тәрбиәсе апалар ҙа, балалар менән ысын күңелдән бергә йөгөрөп, уйнап, бала саҡтарын иҫкә төшөрөп алдылар.
Тоҡта ла һынашып алдылар, кем етеҙ, кем шәп, ҡарап тороуы күңелле хатта.
Эйе, бик күңелле, тик уйлап ҡараһаң был бик күңел аса торған байрам түгел икәнен күптәр уйлап бирмәйҙер. Беренсе бөтә донъя һуғышынан һуң миллионлаған балалар йәтим ҡалалар.
Доньялыҡ был балаларҙың яҡлауға, һаҡлауға кәрәк икәнен хәстәрләп, төрлө закондар сығара.
Ошо 1 июнь беҙҙең иҫкә төшөрә лә инде баланың үҙ- үҙен яҡлай алмағанын.
Ошо йәйҙең беренсе көндәрендә үткәрелгән байрам бик юҡҡа уйланып сығарылмаған, беҙ атай- әсәйҙәргә тағын да бер тапҡыр иҫкәртеп, һәр бер бала өсөн ололар беҙ яуаплы икәнен иҫкә төшөрөр өсөн уҙғарыла ошондай байрамдар.

Китапханаға кереп, "Балалар" көнөнә арналған күргәҙмәләр ҡарап, төрлө һорауҙарға яуаптар биреп, тәмлекәстәр менән һыйландылар балалар.

Был баларҙың һәр бер уйыны өсөн күстәнәстәр алған, спонсорҙары Рәүеф Әбйәлиловка атай- әсәйҙәр исеменән рәхмәт һүҙе әйтәбеҙ!

Таңһылыу Исламғолова, Яҡут ауылы

Автор:
Читайте нас