

Ултырыштың темаһы - "Берҙәмлек төйөндәре: күп милләтле ҡалала халыҡ художество мәҙәниәте».
Фестивалдә Башҡортостан республикаһының мәҙәниәт байлығы менән Күмертау ҡалаһынан атҡаҙанған халыҡ художество кәсептәре оҫтаһы Әлфиә Рәйес ҡыҙы Дәүләтшина таныштырҙы. Интерактив күргәҙмәлә ҡатнашыусылар ҡашмау, һаҡал, селтәр, иҙеү, муйынса, яға - башҡорт милли биҙәүестәрен күрҙеләр.
Эш йомғаҡтары буйынса Әлфиә Рәйес ҡыҙы форумды ойоштороусыларҙың рәхмәт хаты менән бүләкләнде.