Йәшәйеш
6 Июля , 05:50

Һәр берегеҙ ике мең һум бирегеҙ!

Көйөргәҙе районында 5 ауыл ППМИ программаһында еңеп сыҡты (был хаҡта тулыраҡ гәзиттә бирелде). Яҡшымбәттәр Йәштәр урамын төҙөкләндерергә уйлай.

Һәр берегеҙ ике мең һум бирегеҙ!Һәр берегеҙ ике мең һум бирегеҙ!
Һәр берегеҙ ике мең һум бирегеҙ!

Үҙәк урам тиһәң дә була уны, тап ошо урамда мәктәп, клуб, ауыл хужалығы идаралығы урынлашҡан. Урамды ремонтлау хаҡы 2000000 һумға төшәсәк. Әле халыҡтан аҡса йыйыу бара (прорамманың талабы шул: кеше үҙе лә аҡсаһын теге йәки был эш өсөн бирһен, шулайтһаң, уның ҡәҙере була). Һәр бер йорттан ике мең һум йыйырға кәрәк.

ППМИ программаһында ҡатнашып, еңеп сығыуы бер мәшәҡәт, кешенән аҡса йыйыуы икенсе, бәлки, тәүгеһенән дә ауырыраҡ эштер.

Саҡ ҡына алдараҡ: Зыяратҡа аҡса бирмәйбеҙ!

Автор:
Читайте нас