Йәшәйеш
19 Августа , 03:00

Һәр көндән ләззәт алып йәшәйбеҙ

Бәләкәй Муса ауылында йәшәүсе күп балалы Яппаровтар ғаиләһе бар тирә-яҡҡа үрнәк булып тора.

Һәр көндән ләззәт алып йәшәйбеҙҺәр көндән ләззәт алып йәшәйбеҙ
Һәр көндән ләззәт алып йәшәйбеҙ

Был бәхетле ғаиләлә дүрт бала тәрбиәләнә. Ишле ғаилә бар эште бергә башҡарып, матур кәйефтәре менән уртаҡлашып, гөрләтеп, татыу йәшәй. Бәләкәй Муса ауылында ҙур йорт төҙөнөләр.
Кумертау уҡтан атыу буйынса “Ҡыпсаҡ” клубында ла бергә шөғөлләнәләр. Уҡ атыу буйынса Баймаҡ, Әбйәлил, Бөрйән райондарында үткән ярыштарға барып һәр ваҡыт еңеү яулап ҡайталар.
Балаларыбыҙҙы милли рухлы, спорт яратҡан, тормошто яратҡан, һәр атҡан таңға ҡыуанып, һәр көндән ләззәт алып йәшәһендәр, тип үҫтерәбеҙ” – ти Гөлсиә Яппарова.
Яппаровтар үҙ өлгөләрендә тәүәккәл һәм маҡсатҡа ынтылышлы балалар тәрбиәләй. Бер-береһен ҡәҙерләй һәм хөрмәт итә, бергәләп балалар баҡсаһы ойошторған сараларҙа, район, ҡала бәйгеләрендә әүҙем ҡатнашалар.
15 август көнө Күмертау ҡалаһы көнө сиктәрендә уҙғарылған Уҡ атыу буйынса БР чемпионатында «Ҡыпсак мәргәне» кубогының абсолют чемпионы титулына Илнур Яппаров эйә булды.
Тыуған еребеҙҙең ҡото һәм өмөтлө киләсәге булған был ғаиләгә тормоштоң тик яҡшы яҡтарын ғына татып, оҙон-оҙаҡ бәхеттә генә йәшәргә яҙһын.

Илкәнәй ауылы биләмәһе хакимиәте.

Был хаҡта алдараҡ: Хәбиров та уҡ атты

Автор:
Читайте нас