

Олег Астахов барғаны өсөн генә түгелдер яңы асылған һатыу нөктәһенә, монгол-татар яуылай, һөжүм итеүҙәре (Олег Анатольевич үҙе барған икән, бик шәп магазиндыр, башлыҡ ашағанды, алғанды беҙ ҙә ашайыҡ, алайыҡ тимәгәндәрҙер), кешенең тәбиғәте шулай, яңғырауыҡлы иғлан, белереү-анонстарға ышанабыҙ.
Тәүҙә ситтән ҡарап ҡына үтелде, "Табылдыҡ"тың алды әлегә асфальтланмаған, ҡырсын ғына түшәлгән, ошо ҡырсын өҫтөндә әллә нисәмә машиналар ултыра. Туй бара тиерһең. Бындай магазиндар ҡалалала бихисап (Күмертауҙа нимә асыла тиһәң, магазин да кафе асыла), ошондай уҡ исемле бер магазин бар, Ермолаевола ла астылар, шул уҡ тауар бит инде, тик әллә нимәһенә алдана әҙәм балаһы. Бер үттек янынан, ике. Йәнәһе, беҙ - башҡалар түгел, аңлы заттарбыҙ, юҡ-барға иҫебеҙ китмәй. Тик... Түҙеп булманы, туҡтаныҡ. Ишек алдында, сүкәйеп, таныш бер ир ултыра. Йөҙө бойоҡ.
- Нишләп ултыраһың?
- Бисә кереп китте. ул магазинды 15-20 тапҡыр урамай сыҡмай...
Таныш хәл, ирҙең ҡайғыһын уртаҡлашып, ары үтәбеҙ. Иҫең китерлеге бик юҡ, Күмертауҙа арзан тип һаналған кибеттәр кеүек үк барыһы ла. Әммә халыҡ күп. Кемдер хаҡтарҙы фотоға төшөрә, ҡалған магазиндағы хаҡтар менән сағыштырырғалыр, моғайын. Ҡатын-ҡыҙ халҡы, ирҙәрҙән айырмалы рәүештә, ун биш тингә арзан булһа ла, шуны иҫтә тота, иҫәпкә ала.
Нимәһе оҡшаны - русса яҙмалар янында башҡортсаһы ла бар. Бындайҙы һәр эшҡыуар эшләмәй, шәхси эшҡыуар һиңә, хатта властар ҙа дәүләт телен һанға һуҡмай, Ермолаево урамдары атамалары яҙылған яңы яҙыуҙарҙы күрҙегеме? Хәйер, Күмертауҙа ла шулай.
"Табылдыҡ"тан бер ни алмаһаҡ та, юҡҡа кермәгәнбеҙ тинек, туған телебеҙ өсөн ҡыуанып сыҡтыҡ.
Ошо уҡ темаға алдараҡ: Эт саба тип бет саба